logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Яҡташ яҙыусылар ижадын пропагандалау аҙналығы

Йыл һайын Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында яҡташ яҙыусылар ижадын пропагандалау аҙналығы үткәреү матур йолаға әйләнде.
Был аҙналыҡ – талантлы яҡташ ижадсыларҙы асыҡлау, уларҙың ижад емештәре менән танышыу һәм уларға ихтибарҙы артттырыу маҡсатында үткәрелә.
Бөгөнгө аҙналыҡты тантаналы асыу сараһында Баймаҡ лицей интернаты уҡыусылары китап авторҙары Борис Хәйретдинов, Айгөл Ишемғужина, ҡәләм тирбәтеүсе Лилиә Ғәниева һәм Баймаҡ ҡалаһының икенсе һанлы мәктәбенән йәш ижадсылар-Алтынай Моталова һәм Эльза Ниғәмәтова менән осраштылар.
Сара барышында яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың шиғырҙары, йырҙары яңғыраны. Уҡыусылар яҡташтарыбыҙҙың тормош һәм ижад юлына арналған викторинала әүҙем ҡатнаштылар.